Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн олимпиада
2026 йылдың 5-7 октябре
Проект тураҺында
5-7 октябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн олимпиада үткәрелә.
Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ойоштороусылары: Автономиялы коммерцияға ҡарамаған Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «МИРАҪ» йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү фонды.
Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн өс кимәлдә онлайн-тест һорауҙар әҙерләнгән:
- Башланғыс кимәл - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
- Иркен аралашыусылар кимәле – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
- Башҡорт теленең диалекттары - башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.
Олимпиадала ҡатнашыу өсөн беҙҙең сайтта теркәлергә кәрәк. Тест үтеү ваҡыты 45 минут, максималь 100 балл йыйырға мөмкин. Олимпиаданан һуң йыйылған балдар менән олимпиаданы үтеү тураһында сертификат алаһығыҙ.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының мөрәжәғәте
Башҡорт телен өйрәнеүгә, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында, ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн күп эшләйбеҙ. Улар - яңы, заманса уҡытыу методикаһы, мәктәптәрҙә йәш уҡытыусылар, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға тәҡдим ителгән гранттар. Беҙ туған телендә иркен аралашҡан, уны яратыусы һәм ошо һөйөүҙе башҡаларға еткереүселәргә гранттар менән ярҙам итәбеҙ.
Кеше туған телен өйрәнергә тырышһын өсөн шарттар, яҡшы методик һәм техник программалар булдырырға кәрәк. Башҡорт теленән олимпиада - телде популярлаштырыуҙа яҡшы ҡоралдарҙың береһе.
Ярҙам кәрәкме?
Әгәр теркәлеү, олимпиада үтеү йәки сертификат алыу буйынса ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ: